Мы вместе! Беҙ бергә!
684 subscribers
3.13K photos
503 videos
30 files
1.25K links
Новости Башкортостана, о башкирах России, стран зарубежья. Аналитика. Мнения. Факты.

Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хаҡында яңылыҡтар, фекерҙәр, тарихи факттар
Download Telegram
Компьютер башҡортса шиғыр яҙа

21 ғинуарҙа билдәле телсе-ғалим Борис Ореховтың «Мин шиғриәт үҙе...» китабының исем туйы үтә. Презентация онлайн рәүештә ойошторола.

Был шиғри йыйынтыҡ шуныһы менән үҙенсәлекле — унда компьютер программаһы тарафынан яҙылған башҡорт шиғырҙары тупланған. Шиғырҙарҙы яһалма интеллект «ижад итә». Бының өсөн нейроселтәр башҡорт әҙәбиәтенең меңләгән өлгөләрен өйрәнгән, шиғри ҡалыптар, шағир стиле, тел үҙенсәлегендә булған ҡанундарҙы анализлаған. Ошо ҡанундарға нигеҙләнеп, яһалма интеллект үҙ аллы шиғыр яҙған.
#язык #литература #цифра

kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/1854-ktr-shiyr-bajrayn/
Искәндәр Сәйетбатталов: нейрон шиғриәте булған телдәр һирәк

"Башҡорт телендәге нейрон шиғриәткә килгәндә, төп маҡсат — башҡорт теленең абруйын күтәреү һәм ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Үҙенең нейрон шиғриәте булған, яһалма интеллект мөмкинлектәрен ҡулланған телдәр күп түгел. Башҡорт теле — шуларҙың береһе. Тәү сиратта «нейрон шиғырҙы әҫәр тип атау дөрөҫмө?»- тигән һорау тыуа, сөнки, бер яҡтан, уның билдәле авторы юҡ, артында хис-тойғолар донъяһы тормай. Икенсе яҡтан иһә, нейрон селтәре үткән быуаттың йөҙләгән шағирҙың ижад емештәре менән эш итә, уларҙы туплап, яңынан йыя, көтөлмәгән, күҙгә салынмаған һыҙаттарын асыҡлай. Шулай итеп, нейрон шиғырҙарға тик уҡыусы мәғәнә, шәхси аңлайыш өҫтәй ала. Был шиғриәтте ҡабул итеү уҡыусының үҙ ижадына тиң. Башҡорт телендәге нейрон шиғриәтен барлыҡҡа килтереү — Борис Валерьевич Ореховтың күп йыллыҡ хеҙмәтенең емеше. Өфөлә тыуып үҫкән ғалим әҙәбиәт ғилемендә ҙур данныйҙарҙы ҡулланыу өлкәһендә эшләй. Ентекле өйрәнелгән, бай әҙәбиәте булған башҡорт теле бындай эҙләнеүҙәр өсөн бик уңайлы материал булып тора. «Башҡорт шиғри корпусы», «Башҡорт теленең милли корпусы», «Башҡорт университетының фольклор архивы» кеүек проекттар башҡорт филологияһына заманса үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ғалимдарыбыҙ ошо ҡоралдарҙы әүҙемерәк ҡулланһа ине», — ти ғалим Искәндәр Сәйетбатталов

#язык #цифра #литература
Башҡорт телен заманлаштырыу

Искәндәр Шакиров - халыҡ-ара универсаль GLOSBE кроссплатформаһында башҡорт теленең онлайн-һүҙлегенә нигеҙ һалыусы һәм ошо проекттың алыштырғыһыҙ етәксеһе.

Был үҙенсәлекле система – телде замана технологияларына яраҡлаштырырға һәм үҫтерергә, йәшәтергә юл асҡан мөғжизәле ҡорал.

Искәндәр Шакиров менән интервью - "Ағиҙел" журналында.
#язык #цифра #личность

https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/Internet-bash-ort-telen-d-bel-en-tip-G-lnara-H-lfetdinova-633005/