Мы вместе! Беҙ бергә!
673 subscribers
3.21K photos
515 videos
30 files
1.26K links
Новости Башкортостана, о башкирах России, стран зарубежья. Аналитика. Мнения. Факты.

Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хаҡында яңылыҡтар, фекерҙәр, тарихи факттар
Download Telegram
Минең халҡым

Минең халҡым аҡ биләүгә төрөп
Ҡаршы ала тыуған бәпесте.
Табын ҡорһа, аҡ ашъяулыҡ йәйә,
Ярата ул шулай аҡ төҫтө!
Минең халҡым йола, әҙәп һаҡлап,
Аҡ мендәргә килен төшөрә,
Сәфәр сығыр булһа аҡ юл теләй,
Ап-аҡ һөттән ризыҡ бешерә.
Аҡ намаҙлыҡ йәйеп сәждә ҡыла,
Фатихалы был ер шуғалыр!
Әлмисаҡтан бында аҙан яңғырай,
Әлмисаҡтан яңғырай доғалар!
Бында халҡым аҡ тирмәләр ҡорған,
Ап-аҡ итеп түшәк түшәгән.
Аҡһаҡалы булып был ерҙәрҙең,
Ағинәйе булып йәшәгән!
(Зөлфиә Ханнанова)
#МыБашкиры

https://youtu.be/WWqYi_-6EOE
October 25, 2021
Национальные проекты и "История башкирских родов"

Нацпроектность в контексте изучения и развития башкирской национальной идентичности - Азат Бердин, член экспертного Совета при Федеральном агентстве по делам национальностей (ФАДН России), кандидат философских наук, Директор Центра социокультурного моделирования, ведущий научный сотрудник Центра социокультурного анализа ГАНУ «Институт стратегических исследований Республики Башкортостан», член ИК ВКБ.

https://youtu.be/iizmOM-pRqg
November 8, 2021
November 16, 2021
March 7, 2022
«Бәләкәстәрегеҙ менән башҡортса һөйләшегеҙ, уларға бишек йырҙарын йырлағыҙ!»

Бер танышым: «Башҡортостанда йәшәп, башҡорт булыу менән сит-ят ерҙә башҡорт булыу бер түгел ул», — тигәйне. Килешмәйенсә сара юҡ: бында, тыуған еребеҙҙә, тамырҙарыбыҙ ереккән изге төбәктә, ысынлап та, рухи йәһәттән күпкә еңелерәк, сөнки беҙ туған телебеҙ, моңобоҙ солғанышында йәшәйбеҙ, был беҙгә көс-дәрт, илһам бирә. Мәгәр ситтә йәшәп тә, рухи ҡанаттары талмаған, ҡанбабалар мираҫына хыянат итмәгән, туған телен һәм ерен өҙөлөп яратҡан илһөйәрҙәр була. Ханты-Манси округы — Юграның Приобье ҡасабаһында ҡырҡ йылға яҡын ғүмер иткән Рәйсә Аҡназарова — тап шундайҙарҙан. Уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. — Тыуған яғығыҙ, яҡындарығыҙ хаҡында кәлимә һүҙ әйтегеҙ әле.

Тулыраҡ беҙҙең сайтта : https://kurultai.ru/ru/content/3034-blkstrege-menn-bashortsa-jlshege-ulara-bishek-jyraryn-jyrlay/

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #Культура #История #БашкирскийЯзык
March 7, 2022
March 20, 2022
April 12, 2022
April 12, 2022
April 13, 2022
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
April 13, 2022
April 14, 2022
April 15, 2022
April 21, 2022
April 21, 2022
May 19, 2022
May 20, 2022
May 23, 2022
🇷🇺Өс көн дауамында беҙ, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, милләттәштәр менән осрашыуҙар үткәрҙек. Быйыл үтәсәк Алтынсы съезд алдынан йөкмәткеле һөйләшеүҙәрҙе Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан башланыҡ.
Биш йылда башҡарған эштәр, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы һәм милләтебеҙҙең киләсәге тураһында бик етди фекер алышыу булды.

Беҙгә этәргес биргән һәм рухыбыҙҙы күтәргән саралар ошо йылдарҙа бихисап булды: Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө, туған телде үҫтереү өсөн махсус ойошторлған фонд, билдәле шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, Ырыуҙар хәрәкәтен ойоштороу, төнъяҡ - көнбайыш диалекта һөйләшкән милләттәштәребеҙҙе ҡайтарыу һ. б.

Милләтебеҙҙе үҫтереүгә дәүләт яғынан, шәхсән беҙҙең республика башлығы Радий Хабиров , ошо йылдарҙа бик күп көс һалды.

Һәр осрашыуҙа борсоған бөтә һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләштек. Беренсе урында - юлдарҙы яңыртыу, биналарҙы төҙөкләндереү булһа, икенсе урында балаларҙың тыуған телен белмәү, дингә бәйле һорауҙар, БСТ телеканалы һәм «Юлдаш» радиоһының эше буйынса бик күп тәҡдимдәр яңғыраны.

Әлбиттә ғинуар айында булған ваҡиғалар тураһында ла һөйләштек. Ысынлап, ярҙам һорап килгән әсәләрҙе бик йәл, улар улдары өсөн борсола, ни өсөн әллә кемгә ышанып шунда барҙылар һәм хәҙер законды боҙоусылар булып сыҡтылар, тип өҙгөләнәләр. Өндәүселәр ҡасып бөттө, ә беҙ хәҙер ҡайҙа барырға белмәйбеҙ, тиҙәр. Үкенесле тәжрибә.

Провокация һәм манипуляция ысулдары дошмандар тарафынан әлеге осорҙа киң ҡуланыла һәм уларға ҡаршы тороу, ысынбарлыҡты һәм ялған хәбәрҙе айыра белеү бик кәрәк. Мәғлүмәт һуғышы бара һәм көсәйә генә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аңлатыу эштәре урындарҙа бик кәрәк һәм район хәкимиәте вәкилдәре халыҡ менән мотлаҡ осрашып, тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш.

Бик матур, олпат ағайҙар һәм апайҙар, дәртле йәштәр, рухлы һәм илһөйәр кешеләр йәшәй беҙҙең ауылдарҙа. Көс туплап, фатиха алып ҡайттыҡ һәм, әлбиттә, артабан бергә киләсәк өсөн эшләргә ҙур ниәттәр менән!

#Ҡоролтай
ЭльвираАиткулова
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
July 29, 2024