Мы вместе! Беҙ бергә!
671 subscribers
3.21K photos
515 videos
30 files
1.26K links
Новости Башкортостана, о башкирах России, стран зарубежья. Аналитика. Мнения. Факты.

Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хаҡында яңылыҡтар, фекерҙәр, тарихи факттар
Download Telegram
🌐 Сәсәндәр бәйгеһендә көс һынағыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡатнашлығында ойошторолған «Урал балалары тауышы» бәйгеһе Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи үҫеш йылы саралары араһында мөһим урын ала.

Ярыштың беренсе туры онлайн форматта үтә. Ҡатнашырға теләүселәр 16 мартҡа тиклем башҡорт эпостарынан өҙөк ятлап, NDVNovikov1981@mail.ru электрон адресына 4 минутлыҡ видео ебәрергә тейеш. Башҡорт теленең бөтөн матурлығын сағылдырған, диалект үҙенсәлектәрен дә эсенә алған эпос башҡарыуҙары хуплана. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап әйтелергә тейеш.

«Урал балалары тауышы» бәйгеһенең II туры 11 — 12 апрелдә Сибай ҡалаһында буласаҡ. Еңеүселәр 7 — 10, 11 — 14, 15 — 18 йәшлектәр араһында айырым билдәләнәсәк.

Башҡорт халҡының төп эпостары исемләп ун ике номинация күрелгән: «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Ҡуңыр буға», «Акһак ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша», «Иҙеүкәй менэн Мораҙым», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Таһир менән Зөһрә», «Буҙегет», бүтән эпос башҡарыусылары.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр, уның шарттары менән ентекләберәк таныша ала (файл Положения о конкурсе)

_

🌐 Юные сэсэны могут испытать силы на новом конкурсе

В Башкортостане объявлен старт приёма заявок для участия на I Республиканский конкурс юных сэсэнов «Глас детей Урала (Урал балалары тауышы)».

Для участия в конкурсе приглашаются учащиеся детских музыкальных школ и школ искусств, общеобразовательных школ, студенты средних педагогических образовательных учебных заведений и студенты средних профессиональных образовательных учебных заведений Министерства культуры РБ.

Первый этап будет проходить в онлайн-режиме. Заявки и видеозаписи участников с исполнением эпических произведений башкирского народа необходимо направить до 16 марта 2022г. на электронный адрес: NDVNovikov1981@mail.ru

Организаторами конкурса выступили четыре общественных организации: Всемирный курултай башкир, Центр сэсэнов Республиканского центра народного творчества, Заслуженный коллектив народного творчества РБ школа сэсэнов «Урал батыр» и Центр национальной культуры «Аҡ тирмә». Также организаторами являются: Министерство культуры РБ, Министерство образования и науки РБ, Республиканский центр народного творчества РБ, Администрация ГО г. Сибай и Сибайский колледж искусств им. К. А. Валеева.

Желающие принять участие могут ознакомиться с Положением о конкурсе.
photo_2022-03-06_17-20-06.jpg
20.6 KB
Башҡорт телендә бөгөнгө көндә актуаль һорауҙарға яуаптар Аңлатабыҙ. Башҡортостан телеграм каналында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Поэтесса, публицист, общественный деятель, главный редактор журнала "Акбузат" Лариса Хашимовна Абдуллина:

"Заложенный в башкирском языке "башкирский код" полностью выражен в эпосе "Урал батыр".

Эпос включает все ключевые смыслы башкирской культуры, начиная с разделения добра и зла, важности понимания этой разницы и значения традиционных ценностей.

Все это следует прививать подрастающему поколению. Этим мы оберегаем ребенка и будущее нашей нации от возможных ошибок и искажений реальности.

Мы обязаны присутствовать на тех платформах, где "обитают" дети: это и Тик-ток, и ютьюб, и инстаграм или иные социальные сети.

Благодаря усилиям наших программистов появились и онлайн-переводчики, и башкирские мультфильмы - мы не одиноки в социальных сетях. Надо это ипользовать".
Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ

Практик умартасылар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт учреждениелары вәкилдәре «Башҡорт бал ҡорто: проблемалар һәм перспективалар» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дә башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән уҙғарылды.

– Башҡорт халҡының милли мираҫын һаҡлау сиктәрендә беҙҙең символдарҙы һәм брендтарҙы үҫтереү күҙ уңында тотола – был бурыс Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһында билдәләнгән. Башҡорт (бөрйән) бал ҡорто – ул беҙҙең символ, мәҙәни кодыбыҙҙың бер өлөшө – башҡорт тоҡомло ат кеүек үк, селекция һөҙөмтәһе. Шуның өсөн дә бөрйән бал ҡортон һаҡлау йәмғиәтте борсоған киң резонанслы мәсьәлә булып тора, – тип билдәләне Юлдаш Йосопов.

https://kurultai.ru/ba/content/3032-bashort-bal-orto--milli-bajly/