Мы вместе! Беҙ бергә!
684 subscribers
3.13K photos
503 videos
30 files
1.25K links
Новости Башкортостана, о башкирах России, стран зарубежья. Аналитика. Мнения. Факты.

Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хаҡында яңылыҡтар, фекерҙәр, тарихи факттар
Download Telegram
ЗАМАНДАШТАРҒА ҺҮҘ

Тел тигәндә һин телеңде
Теркәп ҡуй! Йөрәгеңә!
Мираҫ итә бел телеңде
Балаңа – терәгеңә!

Ил тигәндә һин илеңде
Бар ирке менән ярат!
Илем мираҫ Салауаттан,
Илем мираҫ Бабичтарҙан,
Илем мираҫ Мутиндарҙан,
Мираҫ Бәндәбикәнән тип,
Тыуған балаңа аңлат!

Ер тигәндә һин ереңдең
Урал икәнен аңла!
Урал заты йәшәй һиндә:
Һин йөрәгеңде тыңла!

Теле, иле, ере менән
Халҡым алыҫ танылыр.
Һин кем тиеп һорар мәлдә
Башҡорт булып яҙылыр!


(Лариса Абдуллина)
https://youtu.be/ZYuBm6aJg34